Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
5 Март , 16:07

«Иблис менән килешеү төҙөнөм...»

Башҡортостанда йөрәге ҡырҡып алынған мәйет табылған...

«Иблис менән килешеү төҙөнөм...»
«Иблис менән килешеү төҙөнөм...»

Башҡортостандың Көйөргәҙе районында ҡот осҡос енәйәт булған. Унда йөрәге ҡырҡып алынған мәйет табыла.

«Вести Башкортостан» хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, 47 йәшлек енәйәтсе ҡорбанын балта менән сапҡан, һуңынан бысаҡ менән йөрәген ҡырҡып алған. Енәйәт ҡылғандан һуң ул туҡталышҡа бара, унда үтеп барыусылар алдында йөрәкте ашай башлай. Ашай алмаған өлөшөн үтеп барған әбейгә ерләүҙе һорап биргән. Тәфтишселәргә ир кеше үлтереү мотивын йөрәген дауалау өсөн иблис менән килешеү төҙөгәнлеге менән аңлата.  

Башҡортостан Тәфтиш Комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылдың 26 февралендә ғәйепләнеүсе спиртлы эсемлектәр эсә, һуңынан таныш булмаған 65 йәшлек ирҙең өйөнә килә. Бер ниндәй ҙә сәбәпһеҙ уның башына өс тапҡыр балта менән һуға. Үлемдән һуң енәйәтсе аҙыҡ-түлек магазинына юллана, унда спиртлы эсемлектәр эсә, әммә бының өсөн түләй алмай. Бының өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре уны бер нисә тәүлеккә ҡулға ала, унда өсөнсө көндә ул үлтереүҙе таный.

Был факт буйынса «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү дауам итә. Енәйәтсе СИЗО-ға ябылған.  

фото:Башҡортостан Тәфтиш Комитетының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: