КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
27 Февраля 2024, 16:26

Яҡташыбыҙ алимент түләмәҫ өсөн Мәскәүгә ҡасып киткән

    

Яҡташыбыҙ алимент түләмәҫ өсөн Мәскәүгә ҡасып киткәнЯҡташыбыҙ алимент түләмәҫ өсөн Мәскәүгә ҡасып киткән
Яҡташыбыҙ алимент түләмәҫ өсөн Мәскәүгә ҡасып киткән

Стәрлетамаҡтың суд приставтары 40 йәшлек ирҙе эҙләй. Ул 9 йәшлек балаһы өсөн аҡса түләмәүҙә ғәйепләнә. Алимент буйынса 1 миллион һум бурысы йыйылған, тип хәбәр иттеләр республика ведомствоһында.

Хәҙер уның Рәсәйҙән ситкә сығыу хоҡуғы сикләнде. Олег Мәскәү яғында ҡасып йөрөй, тигән фараз бар.

«Суд приставтары хеҙмәтенә килмәйенсә, оҙаҡ ваҡыт ҡасып йөрөүе һәм һуңғы йәшәгән урыны билдәһеҙ булыуға бәйле яҡташыбыҙҙы эҙләү иғлан ителгән. Кемдәр уны күргән, 8 (917) 456-53-74, 8 (347) 320-88-78 телефондары буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының дежур бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр граждандарға ведомствола.

Фото:Федераль суд приставтары хеҙмәте республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас