КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
20 Февраль 2024, 15:21

Фермер тракторһыҙ тороп ҡалған...

   

Фермер тракторһыҙ тороп ҡалған...Фермер тракторһыҙ тороп ҡалған...
Фермер тракторһыҙ тороп ҡалған...

Стәрлебаш районында суд приставтары арестҡа алынған ауыл хужалығы предприятиеһы мөлкәтен һатҡан. Бер нисә йыл дауамында 30 йәшлек шәхси эшҡыуар һалым түләмәгән һәм 340 мең һум бурыс туплаған.

«Суд приставы-башҡарыусы бурыслыға финанс йөкләмәләрен үтәү кәрәклеге тураһында тейешле рәүештә хәбәр итте, әммә граждан түләү буйынса саралар күрмәне. Башҡарма власть органдары вәкилдәренең талаптарын ир иғтибарһыҙ ҡалдырҙы, шуға бәйле суд приставтары бурыслының мөлкәтенә арест һалды», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Фермер закон вәкилдәренә ҡамасауламай. МТЗ-80 тракторы бер нисә аҙнанан һатыуға сығарыла. Ә аҡса һалым түләүҙәре буйынса бурысты ҡаплау иҫәбенә йүнәлтелә.

Фото: ГУФССП России по РБ, Vk
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас