КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
20 Февраль 2024, 16:15

Ауырлыҡты үлсәү пункты хеҙмәткәрҙәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

      

Ауырлыҡты үлсәү пункты хеҙмәткәрҙәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнәАуырлыҡты үлсәү пункты хеҙмәткәрҙәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнә
Ауырлыҡты үлсәү пункты хеҙмәткәрҙәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Республика прокуратураһы БР Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенең баш белгесенә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Ул «законһыҙ ғәмәлдәр һәм ғәмһеҙлек өсөн ойошҡан төркөм составында шаҡтай ҙур һәм ҙур күләмдә ришүәт алыу» статьяһында ҡаралған 15 енәйәт эпизодында ғәйепләнә.

БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡтағы стационар ауырлыҡ контроле пункты хеҙмәткәре 2017-2021 йылдарҙа, коллегалары менән ойошторолған төркөм составында эш итеп, инструменталь һәм визуаль контроль үткәрмәйенсә ҙур йөк транспортын үткәргән өсөн шәхси эшҡыуарҙарҙан һәм коммерция ойошмалары вәкилдәренән 10,5 мең һумдан алып 400 мең һумға тиклем күләмендә шәхси һәм аралашсылар аша ришүәт алған. Законһыҙ түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 890 мең һум самаһы тәшкил иткән.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Бынан алда республика судтары аралашсыларҙы һәм ришүәт биреүселәрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырған, бынан тыш, өс фирмаға «юридик шәхес исеменән законһыҙ бүләкләү» административ статьяһы буйынса штраф һалынған. Енәйәт эше Баймаҡ район судына ебәреләсәк.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, енәйәт эшендә тағы бер ауырлыҡ контроле хеҙмәткәре бар.

«Енәйәтселәр аҡсаны банк күсереүҙәре, шул иҫәптән өсөнсө кешеләрҙең иҫәбенә, шулай уҡ ҡулаҡса менән ала. Конспирация маҡсатында аралашсылар йөк машиналарынан аҡсаны бирсәткәләрҙә, тәмәке пачкаларында ташлай йәки килешелгән урындарҙа ҡалдыра. Ришүәт биреү факттары Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк идаралығы тәфтишселәренең һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең берлектәге эше һөҙөмтәһендә асыҡланған. Ғәйепләнеүселәр ғәйепле булыуын таный. Енәйәт эштәре прокуратураға ебәрелгән, уларҙың береһе буйынса ғәйепләү һығымтаһы раҫланған да инде. Тағы ике ришүәт алыусыға ҡарата тикшереү дауам итә», — тип өҫтәнеләр төбәк тәфтиш идаралығында.

Фото:Ксения Калинина (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас