КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
18 Февраля 2024, 03:40

Ҡиммәткә төшкән мөхәббәт

Хәрби егет бына-бына осрашабыҙ  тигәс, ҡыҙ бәхеттең етенсе ҡатында була. Әммә...

Ҡиммәткә төшкән мөхәббәтҠиммәткә төшкән мөхәббәт
Ҡиммәткә төшкән мөхәббәт

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙ социаль селтәрҙә "хәрби егет" менән таныша һәм хат алыша башлай. Ҡыҙға интернет аша "ғашиҡ булған" егет Сүриәләге еңел булмаған хәрби хеҙмәтен тасуирлай һәм ғаилә ҡорорға теләүе һәм килергә әҙер булыуы тураһында һөйләй, өҫтәүенә уның валютала ҙур суммала финанс тупланмалары булыуын белдерә.

Ул "һөйгән" йәренә  100 мең доллар аҡсаны посылка менән ебәргәнен хәбәр итә, сөнки, йәнәһе бындай сумманы сик аша үткәреү мөмкин түгел, һәм ул унан таможняла ниндәйҙер һалымдарҙы һумдар менән түләүен һорай. Ҡыҙ бер ни ҙә һиҙмәй һәм 95 мең һумға яҡын аҡса күсерә. Егет сираттағы "таможня һалымын" түләүҙе һорағас ҡына ҡыҙ мутлашыусылар тоҙағына эләккәнлеген аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас