КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
18 Февраль 2024, 04:10

Ҡатынды үлтергәнсе туҡмаған...

   

Ҡатынды үлтергәнсе туҡмаған...Ҡатынды үлтергәнсе туҡмаған...
Ҡатынды үлтергәнсе туҡмаған...

Туймазыла 59 йәшлек ир ятаҡта 62 йәшлек ҡатын менән бергә спиртлы эсемлектәр эскәндә бәхәс ҡупҡан һәм ир уны үлтергәнсе туҡмаған. Был хаҡта Башҡортостандың тәфтиш комитеты һөйләне.

Тәфтишселәр мәғлүмәттәре буйынса, бәхәс барышында ғәйепләнеүсе шешә һауыты менән ҡатындың башына һуға, тәненең башҡа өлөштәренә йоҙроҡтары менән һуға һәм аяҡтары тибә башлай, ә һуңынан «байрам»ды дауам итә. Ҡорбандың насар хәлдә булыуын күреп, ир ашығыс ярҙам саҡыра. Ҡатындың табиптар килгәнгә тиклем мәрхүм булыуы асыҡлана.

«Элек ирҙе шундай уҡ енәйәт һәм шул уҡ ҡатындың һаулығына аңлы рәүештә ауыр зыян килтереү өсөн хөкөм иткәндәр. Тәфтишселәрҙән ҡасмаған, ҡылған енәйәтен таный һәм булған хәл тураһында һөйләй», — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың тәфтиш комитетынан.

Хәҙер ир ҡулға алынған. Уға РФ Енәйәт кодексының 111-се статьяһы буйынса төрмә янай.

Фото: БР буйынса Тәфтиш идаралығынан.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас