КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
15 Февраль 2024, 08:25

Украина аферистарына ярҙам иткән студенттарҙы ҡулға алғандар

   

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтеБашҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

Бәләбәй районы полицияһында ир 2 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған мутлашыусылар тураһында һөйләне. Мутлашыусылар йәнәһе сим-картаны хеҙмәтләндереү килешеүен оҙайтырға теләй, әммә һөҙөмтәлә ғариза биреүсе тураһында мәғлүмәт ала. Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө колледждарының береһендә ике студенттың эҙенә сыҡҡан.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 19 йәшлек егет 2022 йылдың йәйендә Рәсәйгә Украинанан килгән. Тыуған илендә таныштары колл-үҙәктә мутлашыусылар булып эшләй, һәм егет уларға ярҙам итергә ҡарар итә. Ул урланған аҡсаны күсереп була торған карталар һәм иҫәп-хисаптарҙы эҙләүҙе үҙ өҫтөнә ала. Командаға курсташтарын һәм таныштарын ала. Ысынбарлыҡта нимә менән шөғөлләнеүҙәре тураһында барыһы ла белмәй. Ярҙамсылары аферанан алынған аҡсаны 19 йәшлек ғәйепләнеүсегә ебәрә, ә ул уларҙы Украинаға ебәрә.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 19 йәшлек ғәйепләнеүсене 7 апрелгә тиклем һаҡ аҫтына алғандар, ә уның дуҫына әлегә йәшәү урынынан сығып китеү тыйылған. Тәфтиш эштәре дауам итә. 

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Видео:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас