Әсәлек капиталы һәм төрлө түләүҙәр күләме арттырыласаҡ.Ҡайһы бер пособиелар, мәҫәлән, бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие һәм айлыҡ страховка түләүе 7,4 процентҡа индексациялана. Әсәлек капиталы тәүге балаға - 630,4 мең һум, икенсеһенә 833 мең һум тәшкил итәсәк. Әгәр һеҙ тәүге балаға әсәлек капиталы алған булһағыҙ, икенсе балаға 202,6 мең һум өҫтәмәгә хоҡуҡлыһығыҙ.
Махсус иҡтисади саралар ҡулланыуҙы аныҡлаясаҡтар – vk.cc/cuh98J.Мәҫәлән, аҡсаны һәм мөлкәтте сикләү рөхсәт ителә. Саралар сит ил кешеләренә һәм 50 проценттан ашыу сит ил ҡатнашлығындағы Рәсәй юридик шәхестәренә ҡағылырға мөмкин.
🏦 Банктар вкладсыларға вклад ваҡыты тамамланыуы тураһында бушлай хәбәр итәсәк – vk.cc/cuh9gi.
Мәҫәлән, ашығыс вкладтар ваҡыты үтеүгә биш көн ҡалғансы хәбәр ебәрелергә тейеш. Мәғлүмәт банк менән вкладсы араһындағы килешеүҙә ҡаралған ысул менән тапшырыла.
🔎Федераль суд приставтары хеҙмәте банк һәм микрокредит ойошмаларының бурыс йыйыу эшмәкәрлеген контролдә тота аласаҡ – vk.cc/cuh9mO.
Быға тиклем суд приставтары профессиональ коллектор ойошмаларының эшмәкәрлегенә генә контроллек итә ине. Бурысы булған кеше һәм кредитор хәҙер үҙ-ара электрон почта һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» аша эш итә ала.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


