30 ғинуарҙа Йылайыр район-ара суды 17 йәшлек ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнгән 16 йәшлек егеткә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.
Республика тәфтиш идаралығының рәсми версияһы буйынса, уҙған йылдың 9 авгусында үҫмерҙәр компанияһы Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылынан алыҫ түгел урында спиртлы эсемлектәр эскәндәр. Төндә, барыһы ла тарала башлағас, 16 йәшлек егет ҡыҙҙы өйөнә тиклем машина менән алып барырға тәҡдим итә. Юлда үҫмерҙәр араһында конфликт була. Шул саҡта енәйәтсе ҡыҙҙы урманға алып сыға, унда уның башына балта менән һуға. Алынған яранан ҡыҙ вафат була, шунан һуң ул кәүҙәне юлдан һөйрәп алып китә һәм урындан ҡаса, әммә боролғанда, автомобиленә зыян килтерә. Икенсе көндө ҡыҙҙы туғандары эҙләй башлай, әйткәндәй, үлтереүсе тип фаразланған кеше лә эҙләүҙә әүҙем ҡатнаша. Тиҙҙән ҡыҙҙы үле килеш табалар, тәфтишселәр тиҙ арала ғәйепләнеүсене асыҡлай.
«Башинформ» агентлығына үлтерелгән ҡыҙҙың туғаны хәбәр итеүенсә, кисә суд ҡарары сығарылған. Үҫмерҙе РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се пункты буйынса («үлтереү, йәғни башҡа кешегә аңлы рәүештә үлем килтереү») хөкөм итәләр. Уға тәрбиә колонияһында 8 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһы тәғәйенләнә. Шулай уҡ ул зыян күргән яҡҡа 1 миллион һум күләмендә мораль зыян өсөн компенсация түләргә, тағы ла ерләүгә һәм адвокатҡа сығымдарҙы ҡапларға тейеш. Ғәйепләнеүсе бәлиғ булмағанлыҡтан, компенсация түләү законлы вәкилдәрҙең иңенә төшә. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
Үлтерелгән ҡыҙҙың әсәһе суд ҡарары менән риза түгел, уны йомшаҡ тип һанай һәм апелляция биргән. Туғандары енәйәтсене РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 2-се пункты буйынса хөкөм итеүҙәрен теләй, унда ҡатыраҡ яза ҡаралған.
«24 ғинуарҙа судта ул үҙ ғәйебен таный. Әсәһе хөкөмдө йомшартыуҙы һорай, атаһыҙ үҫкәненә, оло йәштәге ата-әсәһен яңғыҙ тәрбиәләгәненә иғтибар итеүҙе һорай, мораль компенсация суммаһын кәметеүҙе талап итә. Һөҙөмтәлә 8 йылға ултыртыла һәм түләү суммаһының өлөшләтә ҡәнәғәтләндереү ҡарары ҡабул ителә. Бындай кешеләрҙе ғүмерлеккә төрмәгә ултыртырға кәрәк, сөнки улар яза ваҡыты үткәндән һуң йәмғиәткә файҙа килтермәйәсәк һәм төҙәлмәйәсәк, - тип аңлатма бирҙе «Башинформ»ға мәрхүм ҡыҙҙың ике туған һеңлеһе. - Ярты йыл самаһы ваҡыт үтте, беҙ был фажиғәне ауыр кисерәбеҙ. Улар араһында нимә булғандыр, башҡа ла һыймай. Һәм әлегә тиклем уның ни өсөн ярым шәрә килеш табылыуы билдәһеҙ. Шул уҡ ваҡытта экспертиза көсләү булмауын күрһәтә, әммә ул саҡта нимә булғанын, ни өсөн ул ярым шәрә килеш табыуҙары әлегә яуапһыҙ ҡала...»
Зыян күреүсенең адвокаты аңлатыуынса, ғәйепләнеүсе судта үҙен тыныс тота, әйтерһең дә, ниндәйҙер ваҡ-төйәк хоҡуҡ боҙоуҙар ҡылған.
«Ул бер нәмәне лә аңлатмай. Үлтереүҙең мотивы аңлашылмай. Ғәйепләнеүсе яуап биреүҙән баш тарта. Судья хөкөм ҡарарын иғлан иткәндә, ул уға бер нисек тә яуап бирмәй: бер ниндәй ҙә үкенеү һәм ғәфү үтенеү белдермәй», - тип йомғаҡ яһаны адвокат.
Автор:Дарья Субботина