Ул парламентта беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, химикат ҡулланырға тейешле урындан ете километрға тиклем алыҫлыҡта йәшәүсе халыҡ һәм умартасылар кәмендә биш көн алдан иҫкәртелергә тейеш була. - Бал продукцияһы төрлө өлкәлә ҡулланыла. Бал ҡорттары үҫемлектәрҙе һеркәләндереүҙә мөһим роль уйнай, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә,экологик именлеккә йоғонто яһай, тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев.