Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған ҡатынды үле килеш тапҡандар. Ҡәйнәһен үлтереүҙә ғәйепләнгән ир суд алдына баҫа. Уның ҡатыны, һәләк булғандың ҡыҙы, енәйәт тураһында белә һәм уны йәшерергә ярҙам итергә тырыша.
Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың 7 ноябрендә хоҡуҡ һаҡлау органдарына зыян күреүсенең ҡыҙы мөрәжәғәт иткән. Ул 64 йәшлек әсәһенең 24 октябрҙә кис өйҙән сығып китеүен һәм шул ваҡыттан алып уның ҡайҙалығын белмәүен һөйләне. «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Тәфтишселәр һәм криминалистар юғалған ҡатындың йортона юллана, ентекле тикшереү уҙғарғандан һуң унда ҡан эҙҙәре табыла. Ҡатындың туғандары һәм башҡа шаһиттарҙан һорау алғандан һуң, ҡыҙының 49 йәшлек ире шик аҫтына алына, уның менән ҡәйнәнең үлеменә тиклем бәхәсе була.
Тикшереү версияһы буйынса, 24 октябрҙә өйҙә зыян күреүсе менән ғәйепләнеүсе араһында низағ була, уның барышында ир ҡәйнәһенең башына йоҙроғо менән бер нисә тапҡыр һуға, шунан һуң аш-һыу бүлмәһендәге бысаҡты ала һәм ҡатындың муйынына сәнсә. Алынған яранан ҡатын урында уҡ вафат була. Енәйәт эҙҙәрен йәшереү өсөн ғәйепләнеүсе кәүҙәне полиэтиленға төрөп, автомобилдең багажнигына йәшерә, ә бер нисә көндән һуң Благовещен районы яғына юлланып урман һыҙатына алып сыға, унда ҡәйнәһенең кәүҙәһен ботаҡтар менән ҡаплап ҡалдыра.
«Тикшереү барышында асыҡланыуынса, зыян күреүсенең ҡыҙы һуңынан әсәһенә ҡарата ҡылынған енәйәт тураһында белә, әммә тәртип һаҡсыларына хәбәр итмәй һәм кәүҙәне йәшереүгә шаһит була. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный. Әлеге ваҡытта раҫланған ғәйепләү һығымтаһы менән енәйәт эше судҡа ебәрелгән»,-тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
фото:Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.