2024 йылдың 1 ғинуарынан халыҡ мәшғүллеге тураһындағы законға индерелгән ҡайһы бер үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Ҡалған үҙгәрештәр әкренләп үҙ көсөнә инәсәк. Шулар хаҡында Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре һөйләй.
🟢 2024 йылдың 1 ғинуарынан ниндәй үҙгәрештәр ғәмәлдә:
— Шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр, әгәр мәшғүллек үҙәгендә теркәлгәнгә тиклем бер йыл элек кәмендә 26 аҙна ялланып эшләгәнен раҫлаһа, эшһеҙлек буйынса иң ҙур пособие алырға мөмкин;
— Мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән һәм тәүге тапҡыр эш эҙләгән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға өҫтәмә түләүҙәр барлыҡҡа килде. Әгәр, эшһеҙ статусын алғас, алты айҙан иртәрәк эш тапһа, ярты йылдың ҡалған осоронда уларға алған эш хаҡы менән республикалағы уртаса эш хаҡы араһындағы айырма түләнәсәк. 2023 йылда Башҡортостан буйынса уртаса эш хаҡы – 54 942,6 һум.
🟠 2024 йылда ниндәй үҙгәрештәр үҙ көсөнә инәсәк:
- 2024 йылдың 1 февраленән эшһеҙлек буйынса иң бәләкәй һәм иң ҙур пособие күләме йыл һайын индексацияланасаҡ.
- 2024 йылдың 1 сентябренән ил төбәктәре эш биреүселәр өсөн инвалидтарҙы эшкә ҡабул итеү буйынса квота билдәләй ала.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан