Һеңлеһен көсләүҙә һәм үлтереүҙә ғәйепләнгән Өфөнән 21 йәшлек Сергейҙың аҡылы теүәл тип таныла. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ хәбәр иткән.
Мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе әйтеүенсә, ғәйепләнеүсе бер ай медицина учреждениеһы стационарында булған, экспертиза һөҙөмтәләрен рәсмиләштереүгә тағы бер ай ваҡыт киткән.
Бынан алда «Башинформ» егеттең наркотиктарға бәйлелек булыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Былтыр октябрҙә ул һеңлеһенең муйынын скакалка менән һыға, ҡыҙ аңын юғалтҡанда, әммә тере саҡта уны көсләй, һуңынан муйынын быуып үлтерә. Үлемдән һуң енәйәтсе оҙаҡ ваҡыт әсәһенең машинаһында ҡала буйлап йөрөй. Ошо ваҡыт эсендә багажникта ҡыҙҙың кәүҙәһе була. «Паутина» фотовидеотеркәү системаһы кадрҙары буйынса ул төндә машина хужаһының 21 йәшлек улы руль артында булғанлығы асыҡлана. Ул бөтә дәлилдәрҙән ҡотолоу өсөн урын эҙләй, әммә таба алмай. Өйөнә ҡайтып, артабан ҡаса.
Икенсе көндө полиция хеҙмәткәрҙәре Сергейҙы Өфөнөң шул уҡ районында күп ҡатлы йорттарҙың береһенең ҡыйығында табылған.
Ғәйепләнеүсене ҡулға алалар һәм СИЗО-ға ебәрәләр. Был эш буйынса экспертизалар комплексы тәғәйенләнгән. Тикшереү тамамланғандан һуң материалдар судҡа тапшырыласаҡ.
фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.