КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
12 Ғинуар 2024, 17:19

Аварияға сәбәпсе булған ир 5 йыл 6 айға иркенән мәхрүм ителгән

Шулай уҡ ул зыян күреүселәргә 2 миллион һум компенсация түләргә бурыслы

Аварияға сәбәпсе булған ир 5 йыл 6 айға иркенән мәхрүм ителгәнАварияға сәбәпсе булған ир 5 йыл 6 айға иркенән мәхрүм ителгән
Аварияға сәбәпсе булған ир 5 йыл 6 айға иркенән мәхрүм ителгән

Туймазы район-ара суды «автомобиль менән идара итеүсе кешенең иҫерек килеш юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешенең үлеменә килтереүе» статьяһы буйынса Шаран районында йәшәүсегә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың майында ир иҫерек килеш «Лада-211440» машинаһы руле артына ултырып, «ВАЗ-21101»менән бәрелешкән. Уның юлдашы ваҡиға урынында вафат була, икенсе автомобилдең водителе һәм пассажиры һаулығына ауыр зыян килтерелә.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Суд уға 5 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеү, 3 йылға транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеүҙе тәғәйенләй, шулай уҡ әхлаҡи зыянды ҡаплау сифатында ике зыян күреүсе файҙаһына 2 миллион һум самаһы аҡса түләргә бурыслы.

фото:ЮХХДИ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас