КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Ғинуар 2024, 16:39

Водитель таныҡлығын 100 мең һумға һатып алған

  

Водитель таныҡлығын 100 мең һумға һатып алғанВодитель таныҡлығын 100 мең һумға һатып алған
Водитель таныҡлығын 100 мең һумға һатып алған

Дыуан районында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары, Мәсәғүт ауылында патруллек иткәндә, документтарҙы тикшереү өсөн Ҡыйғы районынан 20 йәшлек егет идара иткән «Киа Рио» автомобилен туҡтатҡан. Хеҙмәткәрҙәр водитель таныҡлығы номеры буйынса ЮХХДИ мәғлүмәт базаһында Сыуаш Республикаһында йәшәгән икенсе фамилиялы һәм фотоһүрәтле кешенең теркәлеүенә иғтибар иткән.

Егеттең һүҙҙәренсә, ул бер ҡасан да водитель таныҡлығын алмаған, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса теоретик имтиханға әҙерләнә алмай, шуға күрә ялған водитель таныҡлығын интернет аша 100 мең һумға һатып алырға ҡарар итә.

Водитель танытмаһы булмайынса, машина идара итеүе өсөн уға ҡарата административ материал төҙөлгән. Ялған документтар факты буйынса егет артабан тикшереү өсөн полиция бүлегенә килтерелә. РФ Енәйәт кодексының 327-се статьяһы буйынса ялған документтар әҙерләү йәки әйләнеше тураһында енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.

фото:ЮХХДИ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас