КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Ғинуар 2024, 16:49

Бүребайҙа пенсионерҙың мәйетен тапҡандар

Енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән ир һәм ҡатын ҡулға алынған

Бүребайҙа пенсионерҙың мәйетен тапҡандарБүребайҙа пенсионерҙың мәйетен тапҡандар
Бүребайҙа пенсионерҙың мәйетен тапҡандар

Хәйбулла районы Бүребай ауылында Яңы йыл байрамдарында йортта 83 йәшлек ирҙең мәйетен тапҡандар.  

«Сибай район-ара тәфтиш бүлеге һаҡһыҙлыҡ арҡаһында зыян күреүсенең үлеменә килтергән 83 йәшлек ирҙең һаулығына аңлы рәүештә ауыр зыян килтереү факты буйынса РФ Енәйәт кодексының 111-се статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Был енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән ир һәм ҡатын ҡулға алынған, тикшереү барышында уларҙы һаҡ аҫтына алыу сараһы һайлаған», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.

1 ғинуарҙан 2-һенә тиклем оло йәштәге кеше яңы йылды үҙ йортонда таныштары менән бергә "табын ҡорған". Спиртлы эсемлектәр ҡулланған ир менән ҡатын, икенсе яҡтан, пенсионер араһында низағ барлыҡҡа килә, шунан һуң улар уны таяҡ менән туҡмай башлай. Йорт хужаһы алған йәрәхәттәренән вафат була.

Пенсионерҙың яңғыҙ йәшәүе билдәле, әммә һуңғы ваҡытта уның менән бергә ҡатын йәшәгән - ул хужалыҡта ярҙам иткән, ә ир бының өсөн йәшәү урыны һәм аҙыҡ биргән. Һөҙөмтәлә, ҡунаҡсыллыҡ фажиғә менән тамамлана.

Бынан тыш, Башҡортостанда йәшәүсе яңы йыл төнөндә бер ҡатынды үлтереүе билдәле булды.

Фото:Ксения Калинина (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас