Декреттан ваҡытынан алда эшкә сыҡҡан осраҡта йәш ярымға тиклем бала ҡараған өсөн түләнгән пособие һаҡлана – https://vk.cc/ctmjxo
Минималь эш хаҡы һәм пенсиялар арттырыла – https://vk.cc/ctM9uI, https://vk.cc/ctM9v2
Минималь эш хаҡы күләме 18,5 процентҡа арта. Башҡортостанда ул айына 22 128 һум тәшкил итәсәк. Ҡартлыҡ буйынса пенсияның страховка түләүе 7,5 процентҡа күтәрелә.
Кредит каникулдарына мөҙҙәтһеҙ хоҡуҡ – https://vk.cc/ctM9yA
Әлегә тиклем, бындай каникулдарҙы һорап, 2023 йылдың аҙағына тиклем һәм килешеү 2022 йылдың 1 мартына тиклем төҙөлгән осраҡта ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин ине.
Социаль һәм страховка пенсиялары ғаризаһыҙ тәғәйенләнәсәк – https://vk.cc/ctM9Be
Шулар иҫәбенә страховка пенсияһы һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса социаль пенсия, шулай уҡ ата-әсәһе билдәһеҙ булған балаларға түләнгән социаль пенсия инә. Алыҫ Төньяҡ райондарҙа һәм ауыл хужалығында тупланған стаж өсөн пенсияға ҡушып билдәләнгән түләү автоматик рәүештә тәғәйенләнә.
🔹 Эш менән тәьмин итеү тураһындағы закондың яңы редакцияһы – https://vk.cc/ctMa4n
Мәшғүллек өлкәһендәге мөнәсәбәттәр хеҙмәт баҙарының хәҙерге торошон иҫәпкә алып көйләнәсәк. Халыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары системалаштырыла.
🔹 Ҡайһы бер түләүҙәр физик шәхестәрҙең килеменә һалынған һалымдан азат ителә – https://vk.cc/ctMa7d, https://vk.cc/ctMa89
Был түләүҙәр иҫәбенә «Ата-әсәлек даны» орденына һәм «Герой-әсә» исеменә ҡушып бирелгән түләүҙәр, гранттар, премиялар, төбәк һәм урындағы ярыш һәм конкурстарҙа алған бүләк рәүешендәге килемдәр инә. Колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына матди ярҙам түләгәндә 13 процент һалым бөтөрөлә.
🔹 Социаль һалым ҡайтармалары арттырыла – https://vk.cc/co140r, https://vk.cc/cpVYQo
2024 йылғы сығымдарҙан башлап, социаль һалым ҡайтармаһы рәүешендә - 19 500 һумға тиклем, ә баланың уҡыуы өсөн 14 300 һумға тиклем аҡсаны ҡайтарырға мөмкин. Бынан тыш, иреңдең йә ҡатыныңдың көндөҙгө бүлектә уҡыуы өсөн һалым ҡайтармаһы алып буласаҡ.
🔹 Балалар тауарҙары өсөн өҫтәлгән хаҡҡа һалымға ташламалы ставка – https://vk.cc/ctMaeB
Балалар өсөн шешәләр, һыу инеү өсөн ванналар, автокреслолар һәм велосипедтар өсөн өҫтәмә хаҡҡа һалым 10 процентҡа тиклем кәметелә.
Дауамы - артабанғы яҙмала.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан