Өҫтәге күршеләрегеҙ фатирынан һеҙҙекенә һыу аҡһа, нимә эшләргә? Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре аңлата.
1) Фатирҙы электр энергияһы менән тәьмин итеүҙе туҡтатығыҙ. Һыу ағымы көсһөҙ кеүек тойолһа ла, был мотлаҡ.
2) Өҫкө ҡаттағы күршеләрегеҙгә менеп, һыу ағыуҙың сәбәбен асыҡлағыҙ. Улар өйҙә булмаһа, авария хеҙмәтен саҡыртығыҙ. Сантехниктар подъездағы фатирҙарға һыу биреүҙе туҡтатасаҡ.
3) Фатирҙы ҡарап сығыу тураһында акт төҙөгөҙ һәм һыу баҫҡан көндө фотоға төшөрөгөҙ. Акт ике данала төҙөлөргә һәм уларға идара итеүсе компания вәкилдәре ҡул ҡуйырға тейеш. Документта килтерелгән зыянды һәм шарттарҙы һүрәтләргә кәрәк.
4) Үҙ-ара һөйләшеп килешергә тырышығыҙ. Материалдарҙың һәм алда торған эштәрҙең хаҡын күрһәтеп смета төҙөгөҙ. Әгәр күршеләрегеҙ күрһәтелгән шарттарға риза булһа, зыянды ҡаплау тураһында килешеү төҙөргә һәм ҡул ҡуйырға кәрәк.
5) Әгәр күршегеҙ һөйләшеп килешеүҙән баш тартһа, уға судҡа тиклемге дәғүәне почта аша ебәрегеҙ – был суд алдынан була торған мотлаҡ ғәмәл. Дәғүә ғаризаһы һәм уға документтар әҙерләгеҙ. Әгәр дәғүә күләме 50 мең һумдан күберәк булһа - район судына, аҙыраҡ икән мировой судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Документтарҙан һеҙгә түбәндәгеләр кәрәк буласаҡ:
- дәғүә ғаризаһы;
- һыу баҫыу тураһында акт;
- бойондороҡһоҙ экспертиза һығымтаһы;
- һыу баҫҡандағы фотолар;
- ремонт эштәренә смета;
- паспорт һәм фатирға милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәләре;
- дәүләт пошлинаһы түләү тураһында документ.
❗Шуныһы мөһим: судҡа тиклем ремонт эшләргә ашыҡмағыҙ. Әгәр суд ҡарарынан һуң ғәйепле кеше үҙ ирке менән зыянды ҡапламаһа, приставтарға мөрәжәғәт итегеҙ. Федераль суд приставтары хеҙмәте мәжбүри рәүештә зыянды ҡаплатасаҡ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан