Башҡортостанда полицейский үҙенең ял көнөндә пенсионерҙарға ҡарата афералар серияһында ғәйепләнеүсене ҡулға алырға ярҙам иткән.
Өфө ҡалаһында «Туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына эләкте» схемаһы буйынса эшләгән 18 йәшлек курьер-аферист ҡулға алынған. Уны Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Эксперт-криминалистик үҙәге хеҙмәткәре полиция капитаны Ривал Исламов ярҙамында тотоп алалар. Ул үҙенең ял көнөндә сауҙа үҙәгендә ғәйепләнеүсене күргән — быға тиклем полициейский енәйәтсенең йөҙөн теркәгән күҙәтеү камераларынан видеояҙмаларҙы ҡараған булған.
Полиция хеҙмәткәре ғәйепләнеүсенең табылыуы тураһында енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә һәм улар менән бергә уны ҡулға ала.
18 йәшлек егет Иглин районынан. Был ҡырын "эште" ул интернетта таба. Уның оло йәштәгеләргә ҡарата ике мутлашыу фактына ҡатнашлығы асыҡлана. Бер осраҡта ул 175 мең һум күләмендә «табыш» ала, икенсеһендә — 1,3 миллион һумдан ашыу.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү ваҡытына ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алына.