КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
13 Декабрь 2023, 09:13

Рәсәйҙә ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу йәшен кәметеүҙәре ихтимал

Тейешле закон проектын Дәүләт Думаһына индереү планлаштырыла.

Рәсәйҙә ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу йәшен кәметеүҙәре ихтималРәсәйҙә ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу йәшен кәметеүҙәре ихтимал
Рәсәйҙә ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу йәшен кәметеүҙәре ихтимал

Документҡа аңлатма яҙыуында билдәләнеүенсә, хәҙер ир-егеттәрҙең пенсия йәше - 65, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 60 йәштән башлана. Ир-егеттәрҙең - 42, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 37 йылдан күберәк страховка стажы булһа, улар пенсия йәшенә тиклем 24 ай алдан хаҡлы ялға сығырға хоҡуҡлы, тип яҙа «Известия».

Әммә, башланғыс авторҙары фекеренсә, юғары уҡыу йорттарын һәм техникумдарҙы тамамлаусыларҙың күбеһе 23-24 йәштә генә эшкә урынлаша, шул сәбәпле ваҡытынан алда пенсияға сығыу мөмкинлеген юғалта. Быны хәл итеү өсөн депутаттар страховка стажын ҡатын-ҡыҙҙарға - 32, ә ир-егеттәргә 37 йыл тип билдәләргә тәҡдим итә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-13/v-rossii-mogut-snizit-vozrast-dosrochnogo-vyhoda-na-pensiyu-3563595

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас