Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
30 Ноябрь 2023, 16:18

Рәсәйҙә 16 йәшкә тиклемге балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән ата-әсәне эштән бушатыуҙы тыйыуҙары ихтимал

-

Рәсәйҙә 16 йәшкә тиклемге балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән ата-әсәне эштән бушатыуҙы тыйыуҙары ихтимал
Рәсәйҙә 16 йәшкә тиклемге балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән ата-әсәне эштән бушатыуҙы тыйыуҙары ихтимал

Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа Хеҙмәт кодексына балаһын яңғыҙы ҡараған ата-әсәне эштән ҡыуыуҙы тыйыу тураһында төҙәтмәләр ҡабул итте.

«Закон ҡабул ителһә, эш биреүселәр 16 йәшкәсә балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән ата-әсәне эштән сығара алмай. Хәҙер был норма 14 йәшкә тиклемге балаларҙың ата- әсәләренә ҡағыла», - тине Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Уның һүҙҙәренсә, «һайлаусылар бер нисә тапҡыр депутаттарға ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр индереүҙе һорап мөрәжәғәт итте». «16 йәше тулмаған балалар ярҙамға мохтаж. Бындай осраҡта балаһын яңғыҙ үҫтергән әсәйҙе эштән бушатыу ғаиләне аҡсаһыҙ ҡалдыратигәнде аңлата. Беҙ яңғыҙ ата- әсәләрҙе яҡларға, ә эш биреүселәр үҙ яуаплылығын аңларға бурыслы», - тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-29/v-rossii-mogut-zapretit-uvolnyat-roditeley-odinochek-detey-do-16-let-3544404

Автор:Сергей Николаев.
Автор:
Читайте нас: