Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
28 Ноябрь 2023, 08:51

Республикала «Шыршы-2023» операцияһы старт алды

-

Республикала «Шыршы-2023» операцияһы старт алды
Республикала «Шыршы-2023» операцияһы старт алды

27 ноябрҙән Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ  ҡырҡыуҙан һаҡлау өсөн «Шыршы-2023» операцияһы башланды. Оператив-иҫкәртеү сараһы 2023 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итә.

Был осорҙа дәүләт урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән бергә тәүлек әйләнәһенә урмандарҙы патрулләүҙе ойоштора; дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙа, шулай уҡ урмандан сығыу урындарында шыршы ташыуҙы контролдә тотҡан стационар постар булдыра; шыршылар  һатылған урындарҙа рейд тикшереүҙәре үткәрә.

Федераль дәүләт һәм урман күҙәтеүе бүлеге начальнигы Эльмир Хөсәйенов билдәләүенсә, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, яңы йыл шыршыларын законһыҙ киҫкән өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Граждандарға – өс-дүрт мең, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең, ойошмаларға 200-300 мең һумға тиклем административ штраф һалына.

Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ла ҡапларға тейеш. Уның күләме биш мең һумдан күберәк икән, граждандың Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһында ҡаралған енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы, йәғни алты йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-27/v-bashkirii-nachalas-operatsiya-po-profilaktike-nezakonnyh-rubok-el-2023-3540132

Автор:Сергей Николаев.
Автор:
Читайте нас: