Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
24 Ноябрь 2023, 16:53

Башҡортостанда Рәсәй Геройҙарына һәм орден менән бүләкләнгән махсус хәрби операция яугирҙәренә бушлай ер бирелә

-

Башҡортостанда Рәсәй Геройҙарына һәм орден менән бүләкләнгән махсус хәрби операция яугирҙәренә бушлай ер бирелә
Башҡортостанда Рәсәй Геройҙарына һәм орден менән бүләкләнгән махсус хәрби операция яугирҙәренә бушлай ер бирелә

Башҡортостанда Рәсәй Геройҙарына һәм орден менән бүләкләнгән махсус хәрби операция яугирҙәренә бушлай ер участкалары бирелә. Тейешле закон 23 ноябрҙә өс уҡыуҙа етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы — Дәүләт Йыйылышының өсөнсө ултырышында ҡабул ителде. Закон проектын республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская тәҡдим итте.

Ер Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған йәки Рәсәй ордендары менән наградланған махсус хәрби операция ветерандарына бирелә. Әгәр улар хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә йәки алған яраларынан һәләк булһа, ер участкаларын махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары (ир йәки ҡатын, бәлиғ булмаған балалар, улар булмаған осраҡта - ата-әсәләр) алырға тейеш.

«Ер участкаһы алыу өсөн яугирҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тамамланған көнгә үҙҙәренең йәшәгән урыны буйынса урындағы үҙидара органына мөрәжәғәт итә ала. Һәләк булған хәрбиҙең ғаилә ағзалары уның йәшәгән урыны буйынса мөрәжәғәт итергә тейеш», - тине Наталья Полянская.

Махсус операция геройҙарына һәм орден менән бүләкләнеүселәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар булараҡ иҫәпкә баҫыу талап ителмәй. Тейешле муниципаль районда, ҡала округында кәмендә өс йыл йәшәү тураһында ҡағиҙә уларға ҡағылмай. Закон рәсми баҫылып сыҡҡас үҙ көсөнә инә.

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында тулыраҡ бында ҡарарға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-11-24/v-bashkirii-geroyam-rossii-i-ordenonostsam-svo-budut-besplatno-predostavlyat-zemlyu-3535936

Автор:Әлфиә Әһлиуллина.
Автор:
Читайте нас: