Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
21 Ноябрь 2023, 11:17

Байрамығыҙ менән!

Хәйбулла районы полиция хеҙмәткәрҙәре наградланды

Байрамығыҙ менән!
Байрамығыҙ менән!

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үткәргән оператив кәңәшмә барышында  бер төркөм  полиция хеҙмәткәрҙәре  наградланды.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында участка полиция уполномоченныйҙары хеҙмәте барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы айҡанлы,  үҙ хеҙмәтен намыҫ менән башҡарған  полицияның өлкән лейтенанты Айнур Ғабдрахманов,  полиция капитаны Вадим Нурғәлин, полиция лейтенанты Владимир Сабин һәм  кесе лейтенант Тимур Мәмбәтов муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Шулай уҡ  тағы бер нисә  хеҙмәткәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: