Махсус хәрби операцияла һәләк булған йәки ҡаты яраланған яугирҙең кредит буйынса бурысы ғаиләһенә күсмәй. Дәүләт Думаһы тейешле закон ҡабул итте.
Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәләк булған осраҡта кредитты уның яҡындары — ҡатыны, ата-әсәһе йәки балалары ҡапларға тейеш.
«Ҡараусыһын юғалтҡан ғаилә өсөн был түләй алмаҫлыҡ бурысҡа әүерелә. Беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән закон проекты хәрби хеҙмәткәр һәләк булған йәки I төркөм инвалиды тип танылған осраҡта, бурыс туҡтатыла», — тине Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.