Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
2 Ноябрь 2023, 17:38

Хәйбулла районында 14 йәшлек уҡыусы ҡулға алынған...

Пенсионерҙар курьерға 900 мең һум күләмендә аҡса тапшырған...

Хәйбулла районында 14 йәшлек уҡыусы ҡулға алынған...
Хәйбулла районында 14 йәшлек уҡыусы ҡулға алынған...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлегенең дежур бүлегенә пенсионерҙарҙан «Һеҙҙең туғанығыҙ юл фажиғәһенә эләкте» тигән билдәле алдау схемаһы буйынса мутлашыу тураһында бер нисә ғариза килгән.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер көндә дүрт ҡатын-ҡыҙға стационар телефондарына билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙар килгән. Шылтыратыусылар үҙҙәрен "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре" булып таныштыра һәм оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға уларҙың ейәнсәрҙәре арҡаһында юл-транспорт ваҡиғаһы булғанын хәбәр итә. Ялған хеҙмәткәрҙәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы туғандары менән бәйләнешкә инмәҫкә, әммә телефон аша килгән күрһәтмәләрҙе үтәргә иҫкәртә. Уларға ышанған ҡатын-ҡыҙҙар ашығыс рәүештә бөтә йыйған аҡсаларын йыйған. «Ялған полицейскийҙар» күрһәтмәләре буйынса зыян күреүселәр үҙҙәренә килгән курьерға дөйөм алғанда 900 мең һум күләмендә аҡса тапшырған.

Тәртип һаҡсылары курьерҙы ҡулға алған. Ул Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында йәшәгән 14 йәшлек үҫмер була. Бәлиғ булмаған енәйәт эшен таный һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә «еңел» аҡса эшләү ысулын интернетта тапҡанын әйтә. Ғәйепләнеүсе йөкләмәләрҙе дистанцион рәүештә алған, һәм заданиены үтәү өсөн Башҡортостанға килә. Пенсионерҙарҙан аҡса йыйып, уҡыусы уларҙы үҙенең «эш биреүсеһенә» ебәрә, ә процентын үҙенә бүләк итеп ҡалдыра. Был аҡсаны полиция хеҙмәткәрҙәре конфискациялай.

Мутлашыу факты буйынса дүрт енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

Хөрмәтле граждандар, мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн ашығыс, уйланылмаған ҡарарҙар ҡабул итергә ашыҡмағыҙ. Әгәр һеҙгә мутлашыусылар шылтыратһа һәм һеҙ шикләнәһегеҙ икән, 02 йәки 102 телефон һандары аша дежур бүлегенә шылтыратыуығыҙ һорала.

фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: