Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
2 Ноябрь 2023, 11:54

Башҡортостан вахтасылары 2 миллион һумлыҡ кабель урлаған

-

Башҡортостан вахтасылары 2 миллион һумлыҡ кабель урлаған
Башҡортостан вахтасылары 2 миллион һумлыҡ кабель урлаған

Краснокама районында сәнәғәт предприятиеһы ҡорамалынан баҡыр кабель урлау осраҡтары теркәлгән.

Йыл башынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Краснокама районы буйынса бүлегендә 37 урлашыу осрағы теркәлгән, предприятиеға килтерелгән дөйөм зыян 2 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар ғәйеплеләрҙе тапҡан, уларҙың шәхестәрен асыҡлаған. Улар - ошо районда йәшәгән 30 һәм 35 йәшлек ирҙәр. Икеһе лә вахтасы, отпуск ваҡытында ир-егеттәр шул рәүешле «аҡса эшләү менән шөғөлләнгән».

Ғәйеплеләрҙән йәшәгән урындан китмәү тураһында ҡултамға алынған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-11-01/vahtoviki-iz-bashkirii-ukrali-kabel-stoimostyu-2-milliona-rubley-3502377

Автор:
Читайте нас: