Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
1 Ноябрь 2023, 11:01

2023 йылдың ноябрендә ниндәй закондар үҙ көсөнә инә

-

2023 йылдың ноябрендә ниндәй закондар үҙ көсөнә инә
2023 йылдың ноябрендә ниндәй закондар үҙ көсөнә инә

 Тауар һәм хеҙмәттәрҙе көсләп таҡҡан өсөн һатыусыларға штраф һалына: https://vk.cc/crRI3V

Ҡулланыусыға өҫтәмә тауарҙар, эштәр һәм хеҙмәттәр көсләп таҡҡан өсөн штраф индерелә. Иң ҙур штраф күләме - 40 мең һумға тиклем. Шулай уҡ ҡулланыусының хоҡуҡтарын боҙоуға бәйле уның талаптарын ҡарауҙан нигеҙһеҙ баш тартҡан һәм талаптарҙы билдәләнгән тәртиптә ҡарауҙан ситләшкән өсөн яуаплылыҡ индерелә. Иң ҙур штраф - 300 мең һумға тиклем.

🪙 Судтан тыш банкротлыҡ процедураһын киңәйтеү: https://vk.cc/cs2dke

25 меңдән 1 миллион һумғаса бурыс булған осраҡта судтан тыш тәртиптә банкрот тип таныу тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт итергә була. Пенсионерҙар, шулай уҡ мөлкәте булмаған һәм балаларға алған пособиеһы берҙән-бер килеме булған граждандар, бурысты мәжбүри түләтеү башланғандан һуң бер йыл үткәс ошо процедура менән файҙалана ала. Халыҡтың башҡа категориялары ете йылдан һуң ҡулланырға мөмкин.

🏭 Технология компанияларына дәүләт ярҙамы: https://vk.cc/cs2dlb

«Инновацион технологиялар», «технологик компания», «бәләкәй технологик компания» кеүек төшөнсәләр нығытыла. Уларҙың эшмәкәрлек үҙенсәлектәре һәм шарттары, ошондай ойошмалар реестрын булдырыу һәм алып барыу ҡағиҙәләре билдәләнә. Закон юғары технологиялы бәләкәй компанияларға дәүләт ярҙамы күрһәтергә, шулай уҡ эре сәнәғәт һәм етештереү предприятиелары майҙансыҡтарында алдынғы асыштарҙы индерергә мөмкинлек бирәсәк.

⚠️ Газ ҡорамалдары хәүефһеҙлеге: https://vk.cc/cncdEy

Идара итеүсе ойошмалар, Торлаҡ милекселәре ширҡәттәре, Торлаҡ-төҙөлөш кооперативтары һәм Торлаҡ комплекстары өсөн үҙҙәренең уставтарын һәм идара итеү килешеүҙәрен газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү тураһындағы яңы законға ярашлы хәлгә килтереү ваҡыты тамамлана. Документҡа ярашлы, йорт эсендә лә, фатир эсендә лә газ селтәрен бер ойошма — газ бүлеү ойошмаһы хеҙмәтләндерәсәк. Был норма 2023 йылдың 1 сентябрендә үҙ көсөнә инде.

Тулыраҡ - Дәүләт Думаһының рәсми сәхифәһендә

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: