Әле илдә минималь хеҙмәт хаҡы 16 мең 242 һумға баһалана. Йәмғиәттә педагог һөнәренең абруйын арттырыу өсөн уҡытыусыларға эш хаҡын күтәрергә кәрәк, тип белдерә документ авторҙары. Рәсәйҙә статистика мәғлүмәтенә ярашлы, уҡытыусылар айына уртаса 46 мең һум ала. Әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә ул 25-30 мең һум ғына.