Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
28 Сентябрь 2023, 12:14

Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың килемен физик шәхестәрҙең табышына һалымдан азат итеүҙәре ихтимал

-

Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың килемен физик шәхестәрҙең табышына һалымдан азат итеүҙәре мөмкин. Хөкүмәт депутаттарҙың һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙән сенаторҙарҙың ошондай закон проектын хупланы, тип тип хәбәр итте «Известия».

Авторҙар әйтеүенсә, шул рәүешле улар операцияла ҡатнашыусыларҙың рухын күтәрергә, шулай уҡ яугирҙәрҙең ғаиләләренә социаль ярҙамды гарантияларға теләй. Башланғыс Дәүләт Думаһының башҡа фракцияларында ла хуплау тапты.

«Башинформ» яҙғанса, Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары транспорт һалымын түләмәйәсәк.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-09-28/dohody-dobrovoltsev-svo-mogut-osvobodit-ot-naloga-na-dohod-fizicheskih-lits-3457031

Автор:Әлфиә Әһлиуллина.
Автор:
Читайте нас: