Кушнаренко районында полицияға Әсән ауылынан 56 йәшлек ирҙең автомобиле юғалыуы тураһында ғариза килгән. Ул Иҫке Туҡмаҡлы ауылына ял итергә килә, әммә машинаһыҙ ҡалған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, полиция хеҙмәткәрҙәре бер нисә сәғәт эсендә ғәйепләнеүселәрҙе асыҡлаған һәм ҡулға алған. 20 һәм 21 йәшлек егеттәр өйҙә иҫерек килеш булған. Улар ҡылған енәйәтен таныған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғариза биреүсе ҡунаҡҡа килгән һәм машинаны асыҡ ҡалдырған. Асҡыстар салонда була, ә эргәлә ике егет спиртлы эсемлектәр эскән. Улар ҡыйынлыҡһыҙ ғына машинаға инеп, урам буйлап сығып киткән. Ләкин урланған машинала йәштәр оҙаҡ йөрөмәй. Бер нисә сәғәттән һуң енәйәтселәр аварияға эләгә. Шул саҡта егеттәр дәлилдәрҙән ҡотолорға һәм машинаны яндырырға ҡарар итә. Был ниәт яртылаш ҡына килеп сыға. Машина яна, әммә улар яуаплылыҡтан ҡаса алмай.
Башҡаларҙың мөлкәтен урлау һәм аңлы рәүештә зыян килтереү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған.
фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.