Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
12 Сентябрь 2023, 22:06

Эттәр 10 һарыҡты боғаҙлаған...

  

Эттәр 10 һарыҡты боғаҙлаған...
Эттәр 10 һарыҡты боғаҙлаған...

Балаҡатай район-ара суды урындағы кешенең эт хужаһына зыянды ҡаплау тураһындағы дәғүәһе буйынса гражданлыҡ эшен ҡараны.

Былтыр 31 декабрҙә ферма биләмәһендә ғәйепләнеүсенең ике эте дәғүәсенең 19 һарығын боғаҙлаған, шуларҙың 11-е шуна уҡ йән биргән, ә тағы 8 һарыҡ алған яраларынан бер-ике көн эсендә һәләк булған. Мал хужаһына матди зыян килтерелә, ул уны 164 200 һумға баһалай. Шулай уҡ 30 мең һум күләмендә мораль зыянды компенсациялауҙы һәм дәүләт пошлинаһын түләү буйынса сығымдарҙы 4484 һум күләмендә судҡа бирергә планлаштыра.

«Суд асыҡлауынса, билдәле бер тоҡомло булмаған ике эттең хужаһы тирә-яҡтағыларҙың үҙенә ҡараған хайуандарҙан хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе саралар күрмәгән. Һөҙөмтәлә хайуандар урамда йөрөй, дәғүәсенең кәртәләнгән территорияһына үтеп инә, унда һарыҡтарҙы юҡ итә. Әммә ваҡиға урынында тик 10 һарыҡ ҡына үле килеш табылған», — тип хәбәр иттеләр суд инстанцияның матбуғат хеҙмәтенән.

Һөҙөмтәлә суд дәғүә талаптарын өлөшләтә ҡәнәғәтләндерә һәм дәғүәсе файҙаһына яуап биреүсенән зыянды ҡаплау иҫәбенә 50 мең һум, шулай уҡ 1700 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләтә. Ҡалған талаптарҙы ҡәнәғәтләндереүҙән баш тарталар.  

Фото:Ксения Калинина (Башинформ)
 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: