1 сентябрҙә Башҡортостан магазиндарында иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла, тип хәтергә төшөрҙөләр республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.
Ведомствола белдереүҙәренсә, «Хәмерһеҙ көн» Белем көнөнә арналған саралар ваҡытында йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү өсөн индерелә.
«Тыйыу йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь продукцияһын берәмләп һатыуҙан тыш, барлыҡ сауҙа нөктәләренә (магазиндарға) ҡағыла», — тип өҫтәнеләр министрлыҡта.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республикала шулай уҡ Яңы йыл каникулдарында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, шулай уҡ һабантуй көндәрендә алкоголь һатырға ярамай.