

Бәләбәй районы буйынса полиция бүлегенә 63 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ир уның ВАЗ-21041 автомобиле урланғанын һөйләгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғариза биреүсе, эштән һуң өйгә ҡайтҡас, үҙ йортоноң гаражы янында машинаһын ҡалдыра. Үҙенең һаҡһыҙлығы арҡаһында асҡыстарҙы ҡабыҙыу йоҙағында, ә тәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырған. Бер аҙҙан ир ҡатыны менән Бәләбәйгә барырға йыйына. Урамға сыҡҡас, хужалар үҙҙәренең автомобилен таба алмай. Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә.
Оператив-эҙләү саралары барышында ЮХХДИ инспекторҙары урланған автомобилде енәйәт урынынан 300 метр алыҫлыҡта таба. Уның салонында иҫерек ир - урлауҙа ғәйепләнеүсе ултырған. Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене ҡулға ала. Ул элек хөкөм ителгән 40 йәшлек Алексеевка ауылы кешеһе булып сыға. Ҡулға алынған кеше ғәйебен таный һәм урманға миндектәр артынан барырға теләүе тураһында һөйләй, әммә юлда «Жигули» һүнә.
Урлау факты буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 166-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
фото:ЮХХДИ