

Республикала йәшәүселәрҙең күп функциялы үҙәк бүлексәләре аша судҡа ғариза биреү мөмкинлеге бар. Бының өсөн улар күп функциялы үҙәктәрҙә ҡуйылған дөйөм ҡулланылыштағы компьютерҙар менән файҙалана ала. Хәҙер уларҙа махсус ярлыҡ бар, уның аша «Правосудие» порталына күсергә мөмкин. Офис хеҙмәткәрҙәре ғаризаны рәсмиләштереүҙә булышлыҡ күрһәтәсәк, кәрәк булғанда документтарҙы сканерларға һәм беркетергә ярҙам итәсәк. Шәхси мәғлүмәттәрҙе раҫлағандан һуң, порталда автоматик рәүештә эш кабинеты барлыҡҡа киләсәк.
Документтарҙы судҡа ебәргәндән һуң ҡулланыусыға «Правосудие» порталының шәхси кабинетында белдереү ҡағыҙы бирелә. Унда документтарҙың мәғлүмәт системаһына килеү датаһы һәм ваҡыты билдәләнәсәк. Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре ошо белдереүҙе баҫтырыуҙа ла ярҙам итәсәк.
фото:Башинформ.