КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
15 Август 2023, 04:51

Биш балаһынан ҡасып йөрөгән әсәне тотҡандар

35 йәшлек ҡатын телефон номерын алмаштырған, банк карталарын ҡулланмаған...    

Биш балаһынан ҡасып йөрөгән әсәне тотҡандарБиш балаһынан ҡасып йөрөгән әсәне тотҡандар
Биш балаһынан ҡасып йөрөгән әсәне тотҡандар

Шаран районының суд приставтары биш балаһын ҡарауға ярты миллион һум бурысы булған ҡатынды эҙләп тапҡан. 35 йәшлек кәкүк-әсә Шаран районының Шаранбаш-Кенәз ауылында тыуып үҫкән, ләкин Мәскәүгә киткән һәм уны эҙләп таба алмаһындар өсөн телефон номерын алмаштырған, банк карталарынан файҙаланыуҙы туҡтатҡан.

Әммә суд приставтары уның ҡайҙалығын билдәләй һәм ҡатынды тота. Хәҙер кәкүк-әсәгә 10 тәүлек рәшәткә артында ултырырға тура киләсәк. Әйтеүебеҙсә, уның алимент буйынса бурысы 500 мең һум тәшкил итә.

Фото: https://vk.com/allufa

Автор:
Читайте нас