КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
26 Июль 2023, 16:43

Табип дауахананан ҡиммәтле аппаратты сәлдергән...

    

Табип дауахананан ҡиммәтле аппаратты сәлдергән...Табип дауахананан ҡиммәтле аппаратты сәлдергән...
Табип дауахананан ҡиммәтле аппаратты сәлдергән...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында УЗИ-аппаратты урлаған табипҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.

Стәрлетамаҡ ҡала суды ультратауыш диагностикаһы табибына ҡарата хөкөм сығарҙы. Ул «айырыуса ҙур күләмдә урлашыу» енәйәтендә ғәйепле тип табыла.

Судта 2021 йылдың апрелендә бюджет дауалау учреждениеһында эш урынында булған ирҙең ультратауыш диагностикаһы үткәреү өсөн ҡорамалдарҙы урлауы асыҡлана. Дауахана хеҙмәткәре уларҙы Йәшәгән урыны буйынса Өфөгә күсерә, унан уны полиция хеҙмәткәрҙәре тартып ала.

Табиптың законһыҙ ғәмәлдәре менән дауаханаға дөйөм суммаһы 1,1 миллион һумдан ашыу зыян килтерелгән.

Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын танымай. Суд уға шартлы рәүештә 4 йылға иркенән мәхрүм итеү һәм шул уҡ осорға һынау срогы менән яза тәғәйенләй.

 

Фото:архив ИА «Башинформ»
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас