

Мәләүез район суды Салауат ҡалаһында йәшәүсегә ҡарата енәйәт эшен ҡараған. Судтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылдың декабрендә Мәләүез районы ауылдарының береһендә мал көтөүе биләмәһенән ир үҙенең туғанының 18 йәшлек атын урлаған. Һуңынан урланған йылҡы һуйып, итен алған. Шулай итеп ул туғанына 87 мең һумлыҡ зыян килтергән.
Ғәйепләнеүсе ғәйепте тулыһынса таный. Зыян күреүсе уға зыянды тулыһынса ҡаплау һәм ғәйепләнеүсе менән татыулашыу менән бәйле енәйәт эшен туҡтатыу тураһында ғариза бирә. Суд ғәйепләнеүсенең быға тиклем хөкөм ителмәүен, уның ҡарамағында ике балаһы булыуын, уларға матди зыянды тулыһынса ҡаплауын һәм зыян суммаһынан тыш тағы 13 мең һум түләнеүен иҫәпкә алған. Ул туғанынан ғәфү үтенгән.
Суд зыян күреүсе менән татыулашыу һәм килтерелгән зыянды ҡаплау менән бәйле енәйәт эшен туҡтата.
Ҡарар әлегә законлы көсөнә инмәгән.