КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
24 Июль 2023, 17:52

Владимир Путин «Мәҙәни ҡомартҡыларҙы сығарыу Һәм индереү тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индерҙе

   

Владимир Путин «Мәҙәни ҡомартҡыларҙы сығарыу Һәм индереү тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индерҙеВладимир Путин «Мәҙәни ҡомартҡыларҙы сығарыу Һәм индереү тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индерҙе
Владимир Путин «Мәҙәни ҡомартҡыларҙы сығарыу Һәм индереү тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Мәҙәни ҡомартҡыларҙы сығарыу һәм индереү тураһында»  федераль законға һәм «Рәсәй Федерацияһының Музей фонды һәм рәсәй Федерацияһындағы музейҙар тураһында» федераль закондың 11-се статьяһына Рәсәй Федерацияһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль законға ҡул ҡуйҙы.

Федераль закон менән мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау өлкәһендә Дәүләт мәғлүмәт системаһының статусы, уның бурыстары һәм функциялары, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең был системаның эш итеү ҡағиҙәләрен билдәләү буйынса вәкәләттәре билдәләнә.

Бынан тыш, федераль закон менән физик һәм юридик шәхестәрҙең электрон документтар формаһында мәҙәни ҡомартҡыларҙы сығарыуға, ваҡытлыса сығарыуға рөхсәтнамәләр (рөхсәт документтары) биреү тураһында ғаризалар биреү тәртибе, шулай уҡ электрон документтар формаһында күрһәтелгән рөхсәтнамәләр (рөхсәт документтары) алыу тәртибе билдәләнә.

Фото:ИА «Башинформ»
 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас