КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
24 Июль 2023, 16:06

Армияға саҡырыу йәше арттырылды

   

Армияға саҡырыу йәше арттырылдыАрмияға саҡырыу йәше арттырылды
Армияға саҡырыу йәше арттырылды

Армия хеҙмәтенә саҡырыу йәшенең һуңғы сиге арттырыласаҡ, ә түбәнге сиге элекке кимәлдә һаҡланасаҡ. Бығаса  егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә 21 йәштән саҡырыу тураһында һүҙ барһа ла, Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты етәксеһе Андрей Картаполов белдереүенсә, хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәше 18-ҙән 30 йәшкә тиклем тәшкил итәсәк.

– Төп төҙәтмә – армияға саҡырыу йәшен 30 йәшкә тиклем күтәреү. Түбәнге сиген элеккесә ҡалдырҙыҡ, сөнки күп егеттәр армияла 18 йәштән хеҙмәт итергә теләй, – тип белдерҙе Андрей Картаполов.

Уның әйтеүенсә, яңы нормалар көҙгө саҡырыуға ҡағылмаясаҡ. Закон, Дәүләт Думаһы ҡабул иткәндән һуң, 2024 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инәсәк.

Фото: ”Башинформ”.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас