

Бизнесменға ҡарата суд хөкөм сығара: ир алты йылға дөйөм режимлы колонияға хөкөм ителә. Шулай уҡ уға өс миллион һум штраф һалындыған, тип хәбәр ителә «Честно говоря» телеграм-каналында.
Өфөнөң Калинин районы суды судьяһы енәйәт эше буйынса хөкөм сығарҙы. Ир хәрби комиссарға ришүәт биреүҙә ғәйепләнә, унан дүрт спортсыға хәрби билет алыуҙа ярҙам итеүен һорай, тағы берәүгә армиянан кисектереүҙе рәсмиләштерергә кәрәк була.
Судта ғәйепләнеүсе өс балаһының икәүһенең ауырыуы, шулай уҡ репетиторҙар яллау ҡиммәткә төшөүе арҡаһында енәйәт ҡылырға мәжбүр булыуын белдерә.
Хөкөм ҡарары иғлан ителгәндән һуң бизнесменға ҡулға бығауҙар кейҙерелә һәм суд залынан сығарыла.