

Ульяновск, Һамар һәм Түбәнге Новгородта сидрҙан ағыуланыу сәбәпле 28 кешенең ғүмере ҡыйылды.“Эсемлек магазинда легаль һатылған. Әммә уның составында ағыулы матдәләрҙең саманан артыҡ булыуы асыҡланған. Ошондай бәхетһеҙ осраҡтар булмаһын өсөн ҡануниәткә үҙгәреш индерергә ниәтләйбеҙ”, ти Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.