

26 апрелдә һәм 4 майҙа Йылайыр урмансылығы биләмәһендә 1 гектар һәм 0,7 гектар майҙанда урман янғындары теркәлгән. Ваҡиға урынына полицияның тәфтиш-оператив төркөмө һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәре килгән. Янғын һүндерелгән, бәхеткә күрә ҡорбандар юҡ.
«Асыҡланыуынса, 26 апрелдә иртәнсәк ир утын әҙерләгәндә ҡоро үлән яныуына сәбәпсе булған. Янғынды үҙаллы һүндереп булмағанлыҡтан, ир урман хужалығы хеҙмәткәренә шылтыратып, был турала хәбәр иткән. 4 майҙағы янғынға килгәндә, бында янғынға 61 йәшлек балыҡсының сәбәпсе булыуы асыҡланған. Уҙған көндәрҙә ир йылға буйында балыҡ тотоп, аш әҙерләү өсөн усаҡ яҡҡан. Ләкин, күрәһең, хәүефһеҙлек тураһында ҡайғыртмаған һәм һөҙөмтәлә ут таралып киткән. Был факттар буйынса хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата РФ Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһындағы кодексының 20.4-се статьяһына ярашлы «янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу» административ протоколдар төҙөлгән. Әйткәндәй, улар үҙ ғәйебен танығандар», - тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.