КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
8 Май 2023, 15:30

Күрше районда законһыҙ рәүештә алтын сығарыу буйынса эшмәкәрлек туҡтатылған

   

Күрше районда законһыҙ рәүештә алтын сығарыу буйынса эшмәкәрлек туҡтатылғанКүрше районда законһыҙ рәүештә алтын сығарыу буйынса эшмәкәрлек туҡтатылған
Күрше районда законһыҙ рәүештә алтын сығарыу буйынса эшмәкәрлек туҡтатылған

Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты инспекторҙары тарафынан Баймаҡ районы Күсей ауылынан 2 саҡрым көнсығыштараҡ ҡиммәтле металдарҙы (алтын) законһыҙ сығарыу факты асыҡланған.

Законһыҙ рәүештә алтын сығарылған ер участкаһын тикшереү барышында ведомство инспекторҙары ике «Лада Гранта» автомобилен тапҡан. Һыу ятҡылығы янындағы ҡулдан яһалған мини-драга янында ике ир эшләгән, өсөнсөһө  махсус ҡоролма ярҙамына йылға буйында алтын йыуған. Хоҡуҡ боҙоусыларҙың береһе аңлатма биреүҙән баш тартҡан, башҡаларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, уларҙың был участкала 1 майҙан алтын йыуыу менән шөғөлләнеүе билдәле булған. Хоҡуҡ боҙоусыларҙың ошо эшмәкәрлек төрөнә рөхсәттәре булмаған. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, материалдар ғәйеплеләрҙең ҡануниәтте боҙоу осрағы буйынса енәйәт яуаплылығы билдәләре булыу-булмауын баһалау өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыла.

 

фото:«Башинформ»

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас