КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
7 Май 2023, 16:18

Браконьер тотолған...

Ул 5 мең һум күләмендә зыян килтергән

Браконьер тотолған...Браконьер тотолған...
Браконьер тотолған...

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре махсус иҫкәртеү операцияһы барышында браконьер тотолған.

Республика эске  эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә йәшәүсе 53 йәшлек ир балыҡты ау аша тотҡан, әммә бындай балыҡ тотоуға рөхсәт ҡағыҙы булмаған. Законһыҙ балыҡ тотоуҙы Кушнаренко районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостандың һыу биологик ресурстарын дәүләт контроле һәм һаҡлау бүлеге инспекторы асыҡлаған.

Ир Яңы Ҡамышлы ауылы эргәһендә балыҡ тоторға сыҡҡан. Ул ау менән балыҡ тота һәм 5 мең һум күләмендә зыян килтерә. Уның резина кәмәһе, насосы, ишкәктәре, 45 метр оҙонлоҡтағы ауы һәм тотолған балыҡтары тартып алынған.

Ир үҙ ғәйебен таный. Уға Ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 256-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостанда ыуылдырыҡ сәсеүгә бәйле 2023 йылдың 25 апреленән 5 июненә тиклем бөтә ау ҡоралдары менән һәүәҫкәр балыҡ тотоу тыйылды.

 

фото:Республика эске  эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

Браконьер тотолған...
Браконьер тотолған...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас