КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
25 Апрель 2023, 11:16

12 йәшлек ҡыҙ үлемдән саҡ ҡалған

-

12 йәшлек ҡыҙ үлемдән саҡ ҡалған12 йәшлек ҡыҙ үлемдән саҡ ҡалған
12 йәшлек ҡыҙ үлемдән саҡ ҡалған

Башҡортостанда 12 йәшлек ҡыҙ әсәһе һөжүм иткәндән һуң дауаханаға эләккән. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҫмер урындағы дауахананың хирургия бүлегенә оҙатылған.

«Пациент хирургияла, хәле тотороҡло. Уның менән психолог эшләй», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Бынан алдараҡ Shot телеграм-каналы Хәйбулла районында әсәнең йоҡлап ятҡан ҡыҙына бысаҡ менән ташланыуы тураһында хәбәр иткәйне. Бәхеткә күрә, атаһы ҡыҙына ярҙам итеп өлгөргән.

Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, күпмелер ваҡыт элек ҡатындың психикаһына бәйле проблемалар башланған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-04-25/v-bashkirii-12-letnyaya-devochka-popala-v-bolnitsu-posle-napadeniya-materi-3233696

 

Фото:Валерий Шахов.

Автор:
Читайте нас