

Өфөлә йәшәүсе ханым үҙенең ышаныусанлығы арҡаһында алдан планлаштырылған ялһыҙ һәм аҡсаһыҙ тороп ҡалған.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә 37 йәшлек ҡатын күптән «шәйехтәр иле»нә барырға хыялланған. Осраҡлы рәүештә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә путевкалар һатыу тураһында иғлан тапҡан һәм «турагент» менән бәйләнешкә ингән Өфөлә йәшәүсе ханым шунда уҡ 160 мең һум аҡса күсергән һәм ял итергә әҙерләнә башлаған.
Әммә бынан һуң ҡатын-ҡыҙ турҙы рәсмиләштергән сайт ҡапыл эшләмәй башлай. Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлап, ханым полиция бүлегенә мөрәжәғәт иткән, тип билдәләнеләр ведомствола.
Был факт буйынса «мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Дөйөм алғанда, 19 апрелдә Башҡортостан халҡы енәйәтселәргә 3 миллион һумдан ашыу аҡса биргәндәр, тип өҫтәнеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.