

Иглин ауылы мәктәбендә уҡыусы ҡыҙ класташтарын бысаҡ менән яралаған. Бөтәһе лә 2009 йылғылар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул бер ҡыҙҙың ҡулын, икенсеһенең муйынын йәрәхәтләгән.
Табиптар зыян күргән ҡыҙҙарҙы ҡарағандан һуң өйҙәренә ҡайтарған. Уларҙың ғүмеренә бер ни ҙә янамай.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар ошо хәлдең сәбәптәрен асыҡлай.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар