

Дәүләт Думаһы 11 апрелдә үк бәлиғ булмағандар өсөн вейптарҙы тулыһынса тыйыу тураһында закон ҡабул итеүе ихтимал, тип хәбәр итте парламент рәйесе Вячеслав Володин 5 апрелдә пленар ултырышта.
«Беҙ ашығыс тәртиптә бәлиғ булмағандарға вейптарҙы тулыһынса тыйыу тураһында закон әҙерләйбеҙ. Реклама, магазин кәштәләренә ҡуйыу тыйыла», — тине түбәнге палата спикеры.
Ул Дәүләт Думаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Жуковҡа, вице-спикер Петр Толстойға профилле комитеттарҙағы коллегалары менән бергә ошо эштең графигын төҙөргә, шулай уҡ закон проектын әҙерләргә ҡушты.
«Был норманы ҡабул иткәндән һуң беҙ һалым ҡануниәтенә вейптарға акциздарҙы күп тапҡырға арттырыу тураһында үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итергә уйлайбыҙ», — тине Володин.
Әйткәндәй, 2019 йылда Башҡортостанда балаларға электрон тәмәкеләр, кальяндар, вейптар, тәмәкеһеҙ тартыу ҡатнашмалары, таштар, сироптар һәм уларҙың аналогтары тыйылды. Республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары бәлиғ булмағандарға ошондай тауарҙар һатыуҙы сикләү тураһында тейешле закон ҡабул иткәйне.
Шулай уҡ уҡығыҙ: Вейп шартлап тештәрен ҡойған