КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
31 Март 2023, 06:48

Яуаплылыҡ бар икәнен белегеҙ!

Хәйбулла районы прокуратураһы үҫмерҙәрҙе административ яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә.

Яуаплылыҡ бар икәнен белегеҙ!Яуаплылыҡ бар икәнен белегеҙ!
Яуаплылыҡ бар икәнен белегеҙ!

Каникул осоронда Хәйбулла районы прокуратураһы бәлиғ булмағандарҙы административ яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртә.

Район прокуроры вазифаһын башҡарыусы З. Ғәниев билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 2.3-сө статьяһының 1-се пунктына ярашлы, административ хоҡуҡ боҙоу мәленә 16 йәше тулған кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш.

Йәштәр араһында түбәндәге административ хоҡуҡ боҙоуҙар киң таралған:

  • ваҡ хулиганлыҡ, йәғни йәмәғәт урындарында цензураһыҙ әрләшеү, граждандарға бәйләнеү, шулай уҡ сит кешенең мөлкәтен юҡ итеү йәки боҙоу менән бергә йәмғиәткә ҡарата ихтирамһыҙлыҡ күрһәткән йәмәғәт тәртибен боҙоу 500-ҙән 1000 һумға тиклем күләмдә административ штраф һалыуға килтерә (Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоу кодексының 20.1 статьяһының 1-се өлөшө йәки 15 тәүлеккә тиклем административ арест);
  • транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғы булмайынса транспорт йөрөткән водителгә– 5000 һумдан 15000 һумға тиклемге күләмдә административ штраф һалыу ҡаралған (Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7 статьяһының 1-се өлөшө);
  • водитель таныҡлығы булмаған һәм иҫерек килеш транспорт менән идара иткән кешегә, әгәр ҙә бындай ғәмәлдәргә енәйәт яуаплылығы ҡаралмаһа, 30 000 һум күләмендә административ штраф һалыу ҡаралған (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.8 статьяһының 3-сө пунктына);
  • урамдарҙа, стадиондарҙа, скверҙарҙа, парктарҙа, дөйөм файҙаланыуҙағы транспорт сараларында, башҡа йәмәғәт урындарында, кешелек дәрәжәһен һәм ижтимағи әхлаҡлылыҡты кәмһетеп, эскән килеш йөрөү – 500 һумдан 1500 һумға тиклем штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыуға килтерә (Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.21-се статьяһы).

 

 

фото:Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас